Өфөлә Омск хәрби институты вәкилдәре профориентация ойошторҙо


Юғары уҡыу йортоноң Танк һәм техника факультеты деканы Александр Исак менән осрашыу баш ҡаланың 37-се мәктәбендә уҙҙы. Полковник кадеттарға юғары уҡыу йортонда белем алыу йүнәлештәре, хәрби хеҙмәт үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Омск автобронетанк инженер институтында инженер-танкист, бронетанкты хеҙмәтләндереүсе, автомобилист кеүек хәрби һөнәрҙәргә уҡырға мөмкин. Илдә ул ошо йүнәлештә юғары белемле белгестәр әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто. Өфөнән тыш, хәрбиҙәр Мәскәү һәм Уссурийск ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.


Беҙҙең юғары уҡыу йортонда Башҡортостандан бер нисә кеше уҡый. Егеттәр тәртипле, тәрбиәле. Бөгөнгө сараның маҡсаты - йәштәрҙе хәрби тормош тәртибе менән таныштырыу һәм уларҙы үҙебеҙҙең юғары уҡыу йортона йәлеп итеү.

Александр Исак, Омск автобронетанк инженер институтының факультет деканы, полковник


Омск институтында танкист ҡына түгел, хәрби, медицина, тактик әҙерлек үтергә була. Миңә шул оҡшаны. Киләсәктә хәрби училищела уҡырға хыялланам. Әле кадет класы командирымын.

Алексей Емилёв, Өфөнөң 37-се мәктәбе уҡыусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ