Профсоюз эшмәкәрлегенә йомғаҡ: Өфөлә отчет-һайлау конференцияһы үтте


Өфөлә Дәүләт учреждениелары һәм йәмғиәтте хеҙмәтләндереү эшселәре профсоюзының отчет-һайлау конференцияһы уҙҙы. Һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтары барланып, төп етәксе органдар рәйестәре һайланған сарала республика район-ҡалаларынан 67 делегат ҡатнашты. Әйткәндәй, быйыл илдә профсоюз хәрәкәте булдырылыуға 120 йыл тула. Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко белдереүенсә, 2024 йыл ойошма өсөн уңышлы тамамланған. Быны «Һөнәрендә иң яҡшыһы», «Эшләгән әсәйҙәр өсөн иң яҡшы ойошма», «Иң яҡшы остаздар» кеүек конкурс һәм смотрҙарҙа байтаҡ еңеүҙәр дәлилләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ