Радий Хәбиров үҙенең ялын республикабыҙҙың иҫтәлекле туристик урындары менән танышыуға арнаны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең ялын республикабыҙҙың иҫтәлекле туристик урындары менән танышыуға арнаны. Шәмбе иртәһендә ул тормош иптәше менән икәүләп Миәкә районына юлланды. Был хаҡта төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙып барҙы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, сәфәрҙең маҡсаты Керчь ҡушаматлы ат һәйкәлен ҡарау. Уның тарихы ғәжәпләнерлек, - тине рулдә китеп барышлай республика башлығы.

Керчь ҡушаматлы ат 1941 йылдың декабрендә фронтҡа ебәрелә, 1942 йылдан Башҡорт кавалерия дивизияһы составында булып, Берлинға тиклем барып етә. Беҙҙең ер бай, һәр ҡалала һәм ауылда үҙенсәлекле объект бар. Ат һәйкәле урынлашҡан Илсеғолда йәшәүселәргә ҙур рәхмәт. Матур ауыл, әммә юл буйынса һорауҙар бар, тине Радий Хәбиров.

Сәйәхәттең тағы бер нөктәһен Радий Хәбиров гастрономик урын тип атаны. Миәкә балыҡ компанияһы бәләкәй ғаилә бизнесы булараҡ башлана. Бөгөн ул балыҡ үрсетеү буйынса ҙур индустриаль предприятие. Матур, яҡшы етештереү, сифатлы аҙыҡ-түлек. Беҙ предприятиеларыбыҙҙың продукцияны үҙҙәре етештереүенә һәм эшкәртеүенә етди иғтибар бүләбеҙ. Был республика өсөн бик мөһим, тине Башҡортостан башлығы.

Волна
Акции БСТ