Архангел районы Аҙау ауылы халҡы йорттарына ҡайтты

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унда Инйәр ике метрға тиклем күтәрелгәйне. Әле йылға ярҙарына ҡайтҡан. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ҡотҡарыусылар ихата-урамдарҙан һыуҙы һурҙыра, техника юлдарҙы ҙур боҙ киҫәктәренән һәм сүп-сарҙан таҙарта. Урындағы халыҡ һәм ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашыусылар өсөн йылы аш ойошторолған. Район хакимиәте халыҡҡа өйҙәрҙе йылытыу һәм мунса яғыу өсөн ҡоро утын ташый.


Кисә ауылда электр тәьминәте тергеҙелде. Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш дауам итә. Баҙҙарҙан һыу һурҙырабыҙ һәм хужаларҙың һорауы буйынса йорттары ҡоротабыҙ. Алдағы аҙнала урамдарҙы тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү саралары менән булышасаҡбыҙ..

Айрат Сәйетғәлин, Архангел районы хакимиәте башлығы

Ә был кадрҙар Ҡариҙел районынан. Йүрүҙән ауылынан икенсе тораҡ пункттарға илткән юлды һыу баҫҡан. Интернет ҡулланыусылар хәбәр итеүенсә, машиналар юлды үтә алмай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ