Башҡортостан артистары билдәле йырсы Юлия Чичерина менән бергә махсус хәрби операция һалдаттары алдында сығыш яһаны. Ижади фронт бригадаһына илдең төрлө нөктәһенән 14 кеше тупланған. Уларҙың өсәүһе - Сибай филармонияһы йырсылары. Әйткәндәй, музыкаль төркөм махсус хәрби биләмәһендә тәүгеләрҙән булып ойошторолған. Артистарҙың сираттағы сығышы Белгород йүнәлешендә уҙҙы. 2022 йылдан ижади берәмек һалдаттар өсөн ике мең ярымдан ашыу концерт ҡуйған. Фронт бригадаһы яугирҙарҙың рухын күтәрер өсөн, илһөйәрлек, хәрби тематикаға композициялар башҡара. Репертуарҙа башҡорт халыҡ йырҙары ла бар.



