Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләре өсөн берҙәм консультация көнө ойошторолдо.
Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башланғысында уҙған сарала медицина учреждениелары, финанс ойошмаһы вәкилдәре, психолог, социаль страховкалау фонды, Ватанды һаҡлаусылар фонды һәм Ветерандар советы белгестәре ҡатнашты. Район башлығы Рита Сәмиғуллина яугирҙарҙың әсәләре менән шәхсән аралашып, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барланы. Ошо уҡ көндө ауылдағы иң өлкән быуын вәкиленә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына юбилей миҙалы, ә махсус хәрби операцияла һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ» орденына лайыҡ булған награда яугирҙың әсәһенә тапшырылды. Берҙәм консультация көнөндә хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләү, контракт буйынса ҡаралған түләүҙәр, яугирҙарҙы реабилитациялау кеүек төрлө мәсьәләләр күтәрелде. Күпселек мөрәжәғәттәр урында уҡ хәл ителде.



