Сараны Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты 10-сы йыл ойоштора. Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта уҙған байрам студенттар өсөн күңел асыу сараһы ғына түгел. Мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған конференцияға улар Наурыздың барлыҡҡа килеү тарихы, төрки халыҡтарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәттәр диалогы аша халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса докладтар әҙерләгән. Конференцияла төрлө халыҡтарҙың милли ризыҡтары ла тәҡдим ителде. Ултырыш концерт номерҙары менән тамамланды.



