Баймаҡ районында Алик Хисмәтуллин иҫтәлегенә өҫтәл теннисы буйынса турнир үтте


Баймаҡ районы Беренсе Этҡол мәктәбендә Чечен һуғышында һәләк булған Хәлис Усманов һәм һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән бүләкләнеп тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан, әммә йәшләй арабыҙҙан киткән Чечен һуғышы ветераны Алик Хисмәтуллин иҫтәлегенә өҫтәл теннисы буйынса турнир үтте. Ярышта 20 команда ҡатнашты.

Хәлис Усманов менән Алик Хисмәтуллин икеһе лә Беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫәләр. Тырышып уҡыйҙар, спортты яраталар, тиҫтерҙәре араһында һәр саҡ айырылып торалар. Яҙмыш уларҙы ҡаты һынай. Әрме хеҙмәтен уларға Чечен республикаһында үтергә тура килә. Хәлис хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була, Алик тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, әммә йәшләй генә мәрхүм була. Батыр егеттәрҙе ауылдаштары, класташтары, туғандары бер ваҡытта ла онотмай. Һәм уларҙың иҫтәлегенә район кимәлендә спорт сараһы ойоштора. Бағыусыларҙың береһе бөгөн махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе Хәлис Усмановтың бер туған ағаһы «Усман» ҡушаматлы яугир.

Өҫтәл теннисы һуңғы ваҡытта яҡташтарыбыҙ араһында ҙур популярлыҡ яулай бара. Беренсе Этҡолда үткән спартакиадаға ла райондың төрлө мәктәптәренән был спорт төрөн үҙ иткәндәр йыйылды. Дүрт өҫтәлдә ойошторолған бәйгелә теннисистар теүәллек, етеҙлек һәм оҫталыҡ йәһәтенән ҡыҙыҡлы уйын күрһәтте.

Турнирҙа ҡатнашыусы ҡыҙ һәм егеттәргә шәхси беренселектән тыш «Еңеүгә ынтылыш өсөн», «Иң йәш уйынсы» номинациялары бирелде. Еңеүселәргә почет грамоталары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ