Быға тиклем апрелдә генә ҡар иреп, йылғалар асыла торғайны. Оло һыу килеүгә бәйле хәл республика етәкселегенең етди күҙәтеүендә. Халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙың һәм хәрби белгестәрҙең эш күләме ҙур булыуын билдәләп, уларға фиҙәҡәрлек һәм һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Йылғаларҙа ғына ике тиҫтәнән ашыу шартлатыу эштәре башҡарылған. Һыу ҡамауында ҡалған райондарҙа БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.
18 мартта 200 кеше йәшәгән Аҙау ауылында Инйәр йылғаһы ҡапыл ярҙарынан сыға. Һөҙөмтәлә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелә. Ташҡынға ҡаршы көрәшкә 75 кеше, 35 берәмек техника йәлеп ителә.Ташҡында зыян күреүселәр ваҡытлыса урынлаштырыу пункты итеп ҡоролған мәктәпкә эвакувациялана.Ташҡын осоронда ҡайһы бер ғаиләләрҙе күрше ауылдарҙан туғандары һыйындыра.Ярты быуат Аҙауҙа ғүмер итеүсе Фәйзуллиндар бындай көслө ташҡын менән тәүгә осрашҡан.Быға тиклем Инйәр йылғаһы ҡапҡа алдына теклем генә килеп етер булһа, был юлы ғаиләнең баҙҙа һаҡланған йәшелсәләрен, хатта хужалыҡ ҡаралтыларын да һыу баҫҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хәл айырым контролгә алынды.Ҡотҡарыусылар республикала 4 мең берәмек техника, 200-ҙән ашыу йөҙөү сараларын әҙерләгән. 300-ҙән ашыу ваҡытлыса йәшәү пункты булдырылған. 112 телефонына тәүлек әйләнәһенә шылтыратыуҙар ҡабул ителә.
Эвакуацияланған Аҙау ауылы халҡы кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителгән, уларға мәктәп ашханаһында туҡланыу ойошоторолған. Бында шулай уҡ дәүләт ярҙамы саралары тураһында ғариза яҙырға мөмкин.Районда оператив штаб эшлй, зыян күреүселәргә ярҙам итеү йәһәтенән бөтә ғәмәлдәрҙе координациялау буйынса оператив шатаб эшләй.
Аҙау ауылына эргәһендә Инйәр йылғаһын һауанан мониторлау барышында белгестәр йылғала 300 метрлыҡ боҙ тығынын асыҡлаған. Тығынды таратыу өсөн оператив рәүештә.Аҙау һәм Тәүәкәс ауылдары араһындағы йылға участкаһында шартлау эштәре үткәрелгән.Әлеге ваҡытта ташҡын баҫҡан биләмәләрҙә һыу кимәле 1 метрҙан ашыу кәмегән.
Был видеояҙмала Еҙем йылғаһындағы аҫмалы күперҙең тимер-бетон ҡорамалдарын ҡалын боҙ өлөштәре һыҙырып үтеп имәнес тауыш сығара. Быйыл ташҡын башҡа йылдарға ҡарағанда күпкә иртәрәк килгән.
Ташаҫты ауылында йәшәүселәр күҙәтеүенсә, Еҙем йылғаһында барлыҡҡа килгән боҙ тығынының иң ҡурҡыныс осоро киске сәғәт етелә , ә иң көслөһө төнгө ун бер тирәһендә ҡуҙғалған. Шунан һуң ғына һыу кимәле бер аҙ кәмей төшкән.Әлеге ваҡытта халыҡ ташҡындан күргән зыянды иҫәпләй.
Ташаҫтыла оло һыу иң башта Әнүр Зәйнәшевтың ихатаһына үтеп инә. Уның йорт-ҡаралтылары һыу ҡамауында ҡала. Хужа мал-тыуарын тиҙ арала өҫкәрәк хәүефһеҙерәк урынға ҡыуа, техникаһын ҡапҡаға бәйләп өлгөрә.
Ташаҫты ауылының 17 мәктәп уҡыусыһы ла ваҡытлыса Имәндәш ауылында йәшәй. Балалар ғүмеренә хәүеф янамай, улар бөтәһе лә ышаныслы ҡулдарҙа, ти мәктәп директоры.
Еҙем йылғаһы үҙәнендә лә боҙ тығылыу һөҙөмтәһендә яр емерелә башлаған. Ошо сәбәпле Иҫке Тайыш ауылында бер нисә йорт хужалығы ҙур хәүеф алдында ҡалған. Ауыл халҡы кәңәшләшкәндән һуң был өйҙәрҙе һүтеп, икенсе урынға күсерергә ҡарар иткән. Урындағы ир-аттар өмә яһап йорттоң береһен күсергән.Бәхеткә күрә, һыу баҫыу һөҙөмтәһендә йәрәхәт алыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ.
Яҙғы ташҡындың быйыл былтырғыға ҡарағанда күпкә алдан килеүен белгестәр төбәктә һауа температураһының ҡапыл йылытыуы һәм бер-нисә көн дауамында яуған ямғырҙар менән бәйләй. Республиканың таулы төбәктәренән тыш, Күгәрсен районында ла йылғалар ташып ярҙарынан сыҡҡан. Кесе Эйек йылғаһында һыу кимәле күтәрелеүе менән бәйле, Иҫке Собханғол-Мораҡ юлы участкаһында бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәт бер-нисә көнгө ябылып торҙо.
Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 9 автомобиль юлы участкаһын һыу баҫҡан. Бөгөнгө ташҡын Белорет районында күперҙе емергән. Нура йылға аша һалынған ҡоролма Отнурок ауылын Малиновая тауы менән тоташтырған булған. Тораҡ пункт үҙе лә һыу эсендә.
Ишембай районында Рәүҙәк йылғаһы ла ярҙарынан сығып, Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай ауылдарын көтмәгәндә төндә килеп баҫа. Бер-нисә көн яуған ямғырҙар арҡаһында тауҙан ҡар һыуҙары ағып төшә,һөҙөмтәлә Рәүҙәк йылғаһында һыу кимәле күҙ асып йомған арала күтәрелеп Иҫәкәй ауылы күпере янында боҙ тығыла. Йылға ағымының үҙгәреүе арҡаһында Ибрай ауылын һыу баҫа. Үҙәк урамда йәшәүселәр малдарын хәүефһеҙ урынға күсереп өлгөрә.Ҡеүәтле техника ярҙамында Рәүҙәт йылғаһынан боҙҙар алына.Өс ауыл халҡына яңынан ташҡын ҡурҡынысы юҡ.Ҡотҡарыу хеҙмәттәре тарафынан тейешле саралар ваҡытында күрелә, хәл ныҡлы контролдә тотола.
Быйыл Өфөнөң "Дуҫлыҡ" монуметы тәңгәлендә лә боҙ тығылды. Ҡотҡарыусыларҙың иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, яҙғы ташҡынды күҙәтергә яр буйына йөҙҙәрсә халыҡ йыйылды.
Һыу кимәле күтәрелеү иң беренсе сиратта йылғаға яҡын йорттарҙа йәшәүселәр өсөн хәүефле.Водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн
Ағиҙел йылғаһында яҙғы боҙ китеүгә бәйле ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде. Сочи урамынан Ағиҙел күпере аҫтындағы үткәүелгә тиклемге Яр буйы урамы участкаһы төн уртаһына тиклем ябылып торҙо.Ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына маршруттарҙы алдан планлаштырырға тәҡдим ителде.
Күперҙәр һәм торлаҡ йорттар янында шартлатыу эштәрен үткәреү хәүефле, ти белгестәр.Шуға күрә Ағиҙел ярында хасил булған тығындарҙы ваҡлауҙа аэрокмәләр ҡулланылды.Улар ярҙамында ҡотҡарыусылар боҙ киҫәктәрен ваҡланы. Һөҙөмтәлә боҙ тығындары ла тиҙ арала таралды.Республикала яҙғы ташҡынға бәйле хәл ныҡлы контролдә тотола, һыуҡаҡлағыстарҙың эше лә һауа торошонан сығып көйләнелә, ҡотҡарыу хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә көсәйтелгән режимда эшләй.
Гүзәл Борханова



