Был хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Төбәк башлығы билдәләүенсә, хәрбиҙәр араһында төрлө сәбәп менән ҡайтыусылар арта. Ҡасандыр демобилизация ла буласаҡ. Шуға ла яугирҙарыбыҙға реабилитация ғына түгел, консультация оҙатыуы өсөн дә бөтә шарттар әҙерләргә кәрәк тине, республика етәксеһе. Радий Хәбиров уҙған аҙнала «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы өсөн өҫтәмә бүләмәләрҙе ҡараны. Улар Совет майҙанынан алыҫ булмаған бинала урынлашҡан. Бында фондтың социаль хеҙмәттәрен күсереү планлаштырыла.




