Башҡортостанда яҙғы ташҡынға бәйле 514 мөрәжәғәт теркәлгән


Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына халыҡтан яҙғы ташҡынға бәйле 514 мөрәжәғәт килгән. Ведомствонан белдереүҙәренсә, 7 муниципаль районда һәм 1 ҡала округында 16 йорт алды ихатаһы, 11 юл участкаһы һәм 2 күперҙе һыу баҫыу менән бәйле 16 хәл контролдә тотола. Һыу баҫҡан йорттар һәм баҡса участкалары юҡ. Бөтә тораҡ пункттарҙа ла ваҡытлыса гидропостар ойошторолған, оператив төркөм өҙлөкһөҙ мониторинг алып бара. Баш идаралыҡта тәүлек әйләнәһенә штаб эшләй. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн 86 кеше һәм 47 берәмек техника, шулай уҡ ирекмәндәр йәлеп ителгән.


Әлеге мәлдә Архангел районының Ҡыҙылъяр ауылы янында Инйәр йылғаһында боҙ тығыны махсус күҙәтеү аҫтында ҡала. Ведомство хеҙмәткәрҙәре һауа разведкаһын үткәргәндән һуң, тығын 2 саҡрымдан ашыу тәшкил итеүе асыҡланды. Йылғалағы һыу кимәле гидропост күрһәтеүе буйынса 144 см күрһәтә, 390 смға еткәндә йорт яны биләмәлерен һыу баҫыуы ихтимал. Ваҡытлыса йәшәү пунктары әҙер, хәл контролдә.

Ленария Ямалетдинова, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ