Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә.Былтыр 23 гуманитар ылау составында 60 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек, медикаменттар, ҡорамалдар, төҙөлөш материалдары, 25 берәмек техника оҙатылған. Ялға ҡайтҡан «Тайфун» ҡушаматлы яугирға йылы камуфляж костюмдар, бирсәткәләр, рюкзак бүләк ителде. Хәрби уны шунда уҡ кейеп тә алды. Тииҙән ул йәнә яу яланына юллана.



