Юғары уҡыу йортонда бер юлы ике конкурсҡа йомғаҡ яһалды. «Һабантуй йыры» Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән берлектә ойошторолһа, эсселар конкурсы алтынсы йыл рәттән Рәсәй кимәлендә үтә.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған бәйгелә мәктәп уҡыусылары, студенттар, шул иҫәптән мәғариф ойошмаһы редакциялары һәм матбуғат үҙәктәре ҡатнашты. Тәҡдим ителгән темалар буйынса яҙылған мәҡәләләрҙе университет уҡытыусылары баһаланы. Конкурс йәш журналистарға үҙ һәләттәрен күрһәтергә мөмкинлек биреү менән бер рәттән, патриотик үҙаң тәрбиәләүсе сара булып та торҙо.



