Баш ҡалала Fashion ифтар уҙғарылды

Өфөлә Көнсығыш мәҙәниәте модаһы. Изге Рамаҙан айында баш ҡалала беренсе тапҡыр Fashion ифтар уҙғарылды. Унда республика рассам-дизайнерҙары, эшҡыуарҙар үҙ коллекцияларын тәҡдим итте. Эксклюзив тегеү сәнғәтенең кейем өлгөләре дефилеға ла сығарылды. Мода менән ҡыҙыҡһынған тамашасы һорауҙарын да бирҙе. Шулай уҡ сарала индустрия үҫеше тураһында махсус саҡырылған спикерҙар сығыш яһаны. Әйткәндәй, ифтарға тиклем ойоштороусылар өс йыл рәттән Өфөлә бизнес-ифтар үткәргән.

Мода лекторийында башҡорт орнаменттары менән байытылған, көнсығыш стилендә эшләнгән кейемдәр айырым урын биләне. Милли коллоритты никах күлдәктәрендә күрергә мөмкин ине. Әйткәндәй, Fashion ифтар илдә беренсе тапҡыр туғыҙ йыл дауамында Ҡазан ҡалаһында ойошторолһа, әле тәүгә Өфө тамашасыһын йыйҙы. Ул күмәкләп доға ҡылыу, сүрәләр уҡыу менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ