Джошуа Ливо Континенталь хоккей лигаһының яңы тарихын яҙҙы


«Салауат Юлаев» клубы даими чемпионаттың һуңғы уйынын Астанала үткәрҙе. «Барыҫ» менән осрашыу яҡташтарыбыҙ файҙаһына 4-1 иҫәбе менән тамамланды. Шайбаларҙың береһен Джошуа Ливо индерҙе һәм ул Сергей Мозякиндың 2017 йылдағы ҡаҙанышын яҡшыртты.

Джошуа Ливо быйылғы миҙгелдә дәғүәселәр ҡапҡаһы артында 49 тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандарҙы. Ул шулай уҡ 31 һөҙөмтәле пас бирҙе. Канада легионеры юлаевсылар тарихында бер миҙгелдә 80 мәрәй йыйған икенсе хоккейсы булды. Әлегә тиклем рекордсмен булып Александр Радулов һанала ине. Даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан командаһы Көнсығыш конференцияла икенсе урын яуланы. Шулай итеп яҡташтарыбыҙ плей-оффтың беренсе этабында «Себер» клубы менән көс һынаша.

Тәүге ике уйын 27 һәм 29 мартта Өфөлә, өсөнсө-дүртенсе осрашыу 31 мартта һәм 2 апрелдә Новосибирскиҙа уҙа. Дүрт еңеүгә титклем дауам итәсәк серия еңеүсеһе асыҡланмаған осраҡта командалар тағы ла 4, 6 һәм 8 апрелдә осрашыуы ихтимал. Көнсығыш конференцияның ҡалған парҙарына килгәндә «Трактор»-»Адмирал», «Металлург» - «Авангард», «Автомобилист» - «Аҡ Барс» менән осраша.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ