Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ҡаһармандарса һәләк булған һәм «Батырлыҡ», Генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән Салауат Ғаязовҡа арналды. Сәхнәлә Иглиндан һәм Өфөнән килгән командалар сығыш яһаны. Герой йәш сағында брейк-данс менән мауыҡҡан. Фестивалде ойоштороу идеяһы менән әсәһе сыҡҡан. Киләсәктә конкурсты йыл һайын яугирҙың тыуған көнөндә үткәреү күҙаллана.




