Яҙғы ташҡындан зыян күргән Архангел районы Аҙау ауылы халҡына компенсация аҙна аҙағына тиклем түләп бөтөләсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хөкүмәт кәңәшмәһендә шулай уҡ экологик өмәләр, юл соҡорҙарын ремонтлау, поликлиникаларҙы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Бар тирә-йүн даръяға әүерелә, ә эре боҙ киҫәктәре йорт-ҡураны, юлдарҙы емерә. Үткән аҙнала Архангел районының Аҙау ауылы халҡы һыу ҡамауы аҫтында ҡала, Инйәр йылғаһы ғүмерҙә булмағанса таша. Урында оператив штаб эшләй, ҡотҡарыусылар дежур итә. Һыу аҫтында ҡалған өйҙәрҙән йөҙҙән ашыу кеше эвакуациялана. Радий Хәбиров оператив хеҙмәттәргә рәхмәт белдерҙе.
Ә бына зыян күреүселәргә аҙна аҙағына тиклем компенсация түләп бөтөрөлөргә тейеш, тине Радий Хәбиров. Әле йөҙгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Шулай уҡ мал өсөн түләүҙәр ҙә ҡарала.
Был көндәрҙә Ағиҙел йылғаһы ла ташҡын хәүефе тыуҙыра. Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы эргәһендә махсус техника менән боҙҙо ҡуҙғатып ебәрергә тура килә.
Яҙғы ташҡын менән бер рәттән ҡала-райондарҙы таҙартыу темаһы ла күтәрелде. Сөнки ҡар ирегәндән һуң биләмәләрҙәге сүп-сар өҫкә ҡалҡып сыға. Радий Хәбиров әйтеүенсә, булған коммуналь техниканы ҡулланмаған муниципаль берәмектәр бар. Шул уҡ ваҡытта урамдарҙы таҙартыу талап ителә.
Оператив кәңәшмәлә беренсел медицина звеноһын яңыртыу тураһында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров Өфө поликлиникаларын яңыртыу өсөн тәғйенләнгән аҡсаны маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу бурысын ҡуйҙы.
Республика башлығы ял көндәрендә ғаиләһе менән Миәкә районына барыуы хаҡында ла әйтте. Илсеғол ауылында яугир ат Керчҡа ҡуйылған һәйкәлде күрҙек, был иҫ киткес тарих тураһында кино йәки фильм төшөрөү мотлаҡ, тине Радий Хәбиров.
Юл соҡорҙарын ремонтлауға килгәндә, был эште 1 июнгә тиклем тамамлау планлаштырыла. Радий Фәрит улы ҡала-район башлыҡтарына ремонтты иғтибар үҙәгендә тоторға ҡушты.
Рәмзиә Кәримова




