«Өфө» аэропортынан пенсия алды һәм пенсия йәшендәге ҡырҡ кеше Минскиға юлланды

«Көмөш туристар» йәнә Белоруссияла. Бөгөн иртән «Өфө» аэропортынан пенсия алды һәм пенсия йәшендәге ҡырҡ кеше Минскиға юлланды. «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса ойошторолған сәфәр бер аҙнаға иҫәпләнгән. Сал сәсле сәйәхәтселәрҙең тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште

Ҡулда сумка һәм рюкзак ҡына. Һигеҙ көнлөк сәйәхәткә юлланыуҙың осрашыу пункты - «Өфө» аэропорты. Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған «көмөш» туристар тулҡынланыуын йәшермәй. Һәр кем Белоруссияға сәфәрҙән тик яҡшы, онотолмаҫ тәьҫораттар көтә.

«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проекты өлкән йәштәгеләрҙең күңелен үҫтереүгә, уларҙы яңы туристик маршруттар менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Ял итергә юлланыусылар араһында тәүге тапҡыр республика сиген сығыусылар ҙа, беренсегә самолетҡа ултырыусылар ҙа бар. «Белорус аҙнаһы» тип исемләнгән туристик программаға ярашлы, сал сәсле туристар сит ил ҡалаларындағы мәҙәни, тарихи ҡомартҡылар, иҫтәлекле урындар менән танышып ҡайтасаҡ.

Маҡсат изге - пенсия алды һәм пенсия йәшендәгеләргә сәйәхәт итеү мөмкинлеге биреү. Белоруссияға ойошторолған тур хаҡы республика ярҙамында өлөшләтә компенсациялана. Проектҡа эләгер өсөн алыҫ йөрөйһө түгел , ҡул аҫтында компьютер һәм интернет булыуы ла етә. Рәсми сайтҡа инеп теркәлгәндән һуң, буш урындар булған датаны һайларға, бронь ҡалдырырға кәрәк. Артабан туроператорҙар ғариза яҙыусы менән үҙҙәре бәйләнешкә сыға.

«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проекты 2023 йылдан старт алғайны, ошо ваҡыт эсендә өс меңгә яҡын кеше Белоруссияла булып ҡайтҡан. Быйыл да «көмөш» ирекмәндәр был маршрут буйынса оло сәфәргә сыға ала, әле тәүге авиарейс ҡына ойошторолдо, 1 апрелдә сираттағыһы көтөлә.

Пенсия алды һәм пенсия йәшендәгеләр туризмды айырыуса үҙ итә. 2020 йылдан алып ҡына «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса илле меңдән ашыу кеше Башҡортостандың иҫтәлекле урындары буйлап бер көнлөк экскурсияларҙа булды. «Сәләмәтлек» йүнәлеше лә «Йөрәк маршруты» акцияһы, профилактик саралар республикала йәшәүселәрҙең әүҙем ҡатнашлығында үтте. ГТО нормативтарын уңышлы тапшырған өсөн өс мең ярымдан ашыу кеше физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре менән файҙаланыуға 10-ар мең һумлыҡ сертификат алды. Табиптар билдәләүенсә, олоғайған һайын һаулыҡҡа ла яуаплы ҡараш талап ителә.

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектында пенсия алды һәм пенсия йәшендәгеләрҙе уҡытыу, ижадҡа, мәҙәниәткә, ирекмәнлеккә йәлеп итеү кеүек саралар ҙа күрелә, өлкән йәштәгеләрҙең мәшғүллеген тәьмин итеүгә лә айырым иғтибар бүленә. Былтыр ғына проектта ярты миллионға яҡын кеше ҡатнашҡан, был хеҙмәт йәшенән өлкәнерәк граждандарҙың илле проценты. Быйыл төбәк программаһына ярашлы яңы башланғыстар ҙа бар: Ул оҫталыҡ дәрестәре, финанс грамоталыҡ, көндөҙгө үҙәктәр кеүек йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ