Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында яҙыусының кабинет-музейы асылды. Әҙиптең 100 йыллығы уңайынан шулай уҡ «V Хамматов уҡыуҙары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ла үтте. Уҡыусылар яҙыусының ижади мираҫын өйрәнеп, тәҡдим ителгән темалар буйынса эҙләнеү эштәрен яҡланы. Секциялар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә алып барылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында кабинет-музейы менән яҡындан әҙиптең ейәнсәре таныштырҙы. Яҙыусы ғаиләһе Өфөнөң Цюрупа урамы, 85-се йортҡа 1971 йылда күсә. Күп ҡатлы торлаҡ фатирының бер бүлмәһен Яныбай Хамматов шәхси кабинеты итеп ҡора һәм 20 йылдан ашыу ғүмерен ул тарихи романдар яҙыуға арнай. Һәм башҡорт әҙәбиәтендә беренсе пенталогияға нигеҙ һала.
Яныбай Хамматовтың музей-кабинеты донъяуи кимәлдәге уникаль китаптар, тарихи романдар баҫылған хәреф машинаһы, әҙиптең халыҡ араһында билдәһеҙ фотолары кеүек төрлө әйберҙәр менән йыһазландырылған.
Яҙыусының кабинет-музейындағы эш өҫтәле лә шул килеш һаҡланған. Яныбай Хамматов өйрәнгән ғилми хеҙмәттәргә, ҡулъяҙмаларға ҡарап әҙип бына-бына бүлмәһенә инер төҫлө. Бөгөн уның эшен мәктәп уҡыусылары өйрәнә. «V Хамматов уҡыуҙары» республика ғилми - ғәмәли конференцияһы быға дәлил. Сарала докладтар, әҙиптең тормош һәм ижад юлына баһа биргән күләмле эштәр тәҡдим ителде. Хәйбулла районы Сиҙәм ауылы мәктәбе мәҫәлән, Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ Амурҙары» романында һүрәтләнгән геройҙың үҙ төбәге менән бәйлелеген тапҡан.
Шулай уҡ әҙиптең тормош һәм ижад юлына арнап квест форматындағы эштәр ҙә булды.
«V Хамматов уҡыуҙары» республика ғилми - ғәмәли конференцияһында ике тиҫтәнән ашыу эш ҡаралды. Видеояҙмалар айырым баһаланды. Шулай уҡ тасуири әҙәби әҫәр һөйләүселәр ҙә майҙан тотто. Мәктәп уҡытыусылары араһында айырым конкурс ойошторолдо.
Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына бәйле ойошторолған сара артабан Ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте. «Йылдар һәм юлдар» тип исемләнгән хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә әҙип тураһында иҫтәлектәр барланды, «Алтын юлағым» автобиографик романынан өҙөк сәхнәләштерелде. Әйткәндәй, ул әҙиптең юбилей йылында донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа башҡорт классигының айырым китап итеп нәшер ителмәгән әҫәрҙәре ингән.
Азат Ғәлиуллин




