Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда был ауырыу 1 мең 251 кешелә асыҡланған. Һуңғы өс йылда сирлеләр һаны 1 мең кешегә кәмегән. Республика туберкулездан дауалау диспансерының 10 филиалы эшләй. Өфөлә ремонттан һуң диспансерҙың балалар бүлексәһе асылды.




