Көн һайын яңы юл менән 13 меңгә яҡын водитель файҙалана. Көнсығыш сығыу юлынан хәрәкәт уҙған йылдың 21 мартында башланды. Йыл аҙағында хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн льготалы юл йөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.




