“Йөрәгемде балаларға бирәм”. Балтаста Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шағир Әхнәф Мазғаровтың ижадына бағышланған кисә үтте. Әхнәф Мазһар улы утты, һыуҙы кискән кеше. Ул фронттан ҡайтҡандан һуң уҡытыусы булып эшләй. 40 йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә арнай. Был эште тормош асылы тип иҫәпләй. Ул тыуған яҡ йырсыһы булып таныла. Байтаҡ шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Райондың Почетлы гражданы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Әхнәф Мазғаров менән штаттан тыш хәбәрсебеҙ Айҙар Сираев осрашты.




