Башҡортостанда быйыл милли проект буйынса 280 километр юл төҙөкләндерелә. 83 объектта эш ҡаралған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төп маҡсат - 2030 йылға юлдарҙың 85 процентын нормаға яраҡлы итеү. Бөгөнгә был күрһәткес 70 процентҡа тиң.




