Премьер-министр Андрей Назаров Иглиндә республика хөкүмәте кәңәшмәһен уҙғарҙы. - Бында эш хаҡы 9,2 процентҡа артҡан. Был Башҡортостан буйынса 15-се күрһәткес. Эшһеҙлек ике тапҡыр кәмегән. Социаль объекттар төҙөлә. Оло-Тәләктә социаль-мәҙәни үҙәк, Көҙәй ауылында китапхана, Иглиндә мәктәп файҙаланыуға тапшырылған. Район-үҙәгендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлгән. Инвестиция күләме артыу тиҙлеге буйынса Иглин уҙған йылда республика муниципалитеттары араһында 1-се урын алған. Кәңәшмәлә Андрей Назаров төҙөлөш, транспорт инфраструктураһы, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, урман, ауыл хужалыҡтары, сәнәғәт, спорт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса күрһәтмәләр бирҙе.




