Төбәк Хөкүмәте Премьер-министры рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә капиталь ремонт буйынса республика прогораммаһының планы ҡаралды. Андрей Назаров билдәләүенсә, төп бурыс - торлаҡ фондын һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм уның ваҡытынан алда туҙыуын булдырмау. Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт программаһы 2014 йылдан алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 8 мең ярым йортто ремонтлау өсөн 45 миллиард һум йәлеп ителгән. Әле республикала капиталь ремонт талап ителгән 9 меңгә яҡын йорт иҫәпләнә. Уларҙа эште алып барыу өсөн Төбәк оператор һәм муниципалитет хакмиәттәре менән берлектә проект төҙөлә.



