Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы тапшырылды

Тантана «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалында үтте. Документтар «Вагнер» шәхси хәрби компанияһының беренсе төркөмөнә тәғәйенләнгән, дөйөм алғанда 40 ветеран ошондай танытмаға эйә булды. Был махсус хәрби операция яугирҙарына социаль ярҙам сараларын алырға мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ фондта бүләкләү тантанаһы үтте. Генерал Шайморатов миҙалы менән Артем Мөхәрәмов бүләкләнде. Ул 2022 йылда мобилизациялана, яраланып ҡайтҡандан һуң фондта социаль координатор булып эшләй. Бер үк ваҡытта ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй Ватанды һаҡлаусылар кубогы призеры. Сарала шулай уҡ Рубен Хәсәновҡа «Батырлыҡ өсөн» өсөн миҙалы тапшырылды. Дәүләт наградаһына уға Төньяҡ Донецкиҙы азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн бирелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ