Тарихҡа сәйәхәт. Башҡортостан мәктәп уҡыусылары Волгоград ҡалаһында «Белем вагоны» төбәк-ара патриотик проектта ҡатнашты. Герой-ҡалала улар өсөн бай программа ойошторолдо. Балалар Бөйөк Ватан һуғышына арналған әңгәмәләрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, экскурсияларҙа булды. Мамай ҡурғанын күргәндән һуң йәш яҡташтарыбыҙ «Сталинград һуғышы геройҙары» һәйкәл-ансамбленә сәскә һалды.



