Башҡортостан мигранттарға патент биреү буйынса лидерҙар иҫәбендә

Башҡортостан мигранттарға хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барыуға патент биреү буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында өс лидер иҫәбендә, ә был егерме ике меңдән ашыу документ. Был хаҡта Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың субъект башлыҡтары менән осрашыуында хәбәр ителде. Совет ултырышында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Владимир Путин быйыл миграция сәйәсәтенең яңы концепцияһын әҙерләргә ҡушты. Уның төп йүнәлештәре йәмғиәт хәүефһеҙлеге, Рәсәй мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау һәм милләт-ара татыулыҡты һаҡлау тип иҫкә төшөрҙө Игорь Комаров.

Совет ултырышында шулай уҡ Волга буйы федераль округы вуздарында сит ил студенттарының интеграцияһы тураһында ла һүҙ барҙы. Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле төбәктәргә миграция менән идара итеүгә комплекслы ҡарарға, экстремистик хәүефте иҫкәртеү буйынса сараларҙы көсәйтергә, шулай уҡ мигранттарҙы улар йәшәгән территорияға яраҡлаштырырға ярҙам итергә саҡырҙы.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ