Республикала Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса властың бизнес даирәләре менән осрашыуҙары башланды. Быға тиклем ошондай сараға Сибай эшҡыуарҙары саҡырылғайны. Сиратта Иглин, сөнки район баш ҡала менән сиктәш һәм эшҡыуарлыҡ субъекттары ла бик күп. Үҙ сиратында борсоған мәсьәләләр ҙә. Уларҙы хәл итеү өсөн район үҙәгенә республика хөкүмәтенең һәр министрлығынан белгестәр килде.
Камил Нафиҡов хәҙер ике тиҫтә йылдан ашыу ер эшендә. Ошо ваҡыт эсендә үҙенең бәләкәй хужалығын ҙур агрокомплексҡа тиклем үҫтергән. Тәжрибә ҙур, әммә йылдам алышынған эш шарттарында уның да һорауҙары бар. Башҡаса мөмкин түгел, ти фермер. Юғиһә, кәм тигәндә замандан артта ҡалыуың, хатта бөлгөнлөккә төшөүең дә ихтимал.
Ерҙә барыһын да үҫтерергә була. Ләкин ерҙең үҙен генә арттырыу мөмкин түгел. Шуға ла йүнселдәрҙе борсоған төп һорау ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы. Хәйер, консультация ойошторған бер генә ведомство белгестәре лә буш ултырманы. Йүнселдәрҙән сират теҙелде. Мәғлүмәтле булыу үҙ эшеңде алып барыуҙың уңыш нигеҙе, ти эшҡыуарҙар.
Үҙ эшеңде нисек башларға, эшҡыуарлыҡтың отошло йүнәлештәре, экспортҡа сығыу юлы һәм йүнселдәргә ниндәй дәүләт ярҙамы ҡаралған. Был һорауҙарға билдәле бизнес эксперттары яуап бирҙе. Эшҡыуарҙар борсоған мәсьәләләр менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа ла мөрәжәғәт итә алды.
Былтыр республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Дәүләт ярҙамы үҙ һөҙөмтәләренә бирә. Бизнес субъекттары 4 процентҡа артып 142 меңгә еткән. Был иһә ярты миллиондан ашыу кешегә эш урындары.
Айнур Кәбиров



