Башҡортостандың биш ҡалаһында һәм 17 муниципаль районда соҡорҙарҙы ямау башланды

М-5 федераль трассаһында ла яуаплы хеҙмәттәр автомобиль юлдары участкаларында соҡорҙарҙы тигеҙләй. Шишмә районының Уҙытамаҡ ауылы янында һалҡын асфальт ярҙамында юл ремонтлаусылар эше менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды.

Ҡышҡы тотороҡһоҙ һауа шарттары, туҡтауһыҙ трансплрт ағымы юл торошона емергес тәьҫир иткән. Был етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала хәл итеү республиканың транспорт һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре иңендә.

Юлдағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙә башлыса һалҡын һәм шыйыҡ асфальт ҡатнашмаһы ҡулланыла. Был ҡатнашмаларҙы файҙаланып юл ремонтлауға 8 февралдән тотонғандар, әлеге ваҡытта бер асфальт-бетон заводы тест режимында эшләй. Эҫе ҡатнашма етештереү өсөн ҡалған заводтарҙы ла тиҙҙән тулы ҡеүәтенә сафҡа индереү планлаштырыла.Башҡортостан федераль трассаларында юлдағы соҡорҙарҙы ремонтлау графиктан күпкә алдараҡ бара, ти белгестәр..Әлеге ваҡытта республика федераль трассаларында 4000 мең квадрат метр юл төҙөкләндерелгән.


Асфальт-бетон заводтары эшләй башлау менән ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән эшләйәсәкбеҙ.Юл соҡорҙарҙы улар менән ямау ышаныслы, тигеҙ һәм ныҡлы була. Бында сәғәтенә 90 километр тиҙлек менән йөрөргә мөмкин. Юл төҙөкләндерелгәндән һуң водителдәр тәгәрмәстәре өсөн борсолмай хәрәкәт итә ала. Берҙән-бер үтенес-юл эшселәре уңайлығы өсөн автомобилдәрен ситкәрәк алһындар ине.

Михаил Макаров, Юл участкаһының өлкән мастеры

«Приуралье»юл идаралғы белгестәре даими рәүештә автомобиль юлдарының емерелеү кимәлен баһалай. Улар асыҡланыу менән билдәләнгән норматив ваҡытта подрядсы ойошмаһы деформацияларҙы бөтөрөүгә тотона.Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа юл ремонтының 114,97 квадрат метрында ҡайнар,3112,65 квадратметрында һалҡын,871 кварат метрында шыйыҡ асфальт ҡатнашмаһы ҡулланылған.

Автомобиль тәгәрмәстәре срҡорҙарға бәрелеп емерелмәһен өсөн виброплитә ярҙамында ваҡытлыса һалҡын асфаль түшәлә. Һуңынан көндәр бер аҙ йылына төшкәс улар шыйыҡ асфальт менән тигеҙләнәсәк.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ