Өфөлә табиптар коморбид пациенттарҙы дауалау алымдарын тикшерҙе


Өфөлә «Реаль клиник практикала мультидисциплинар ҡараш. Фокуста-коморбид пациент» тигән исем аҫтында төбәк-ара форумы үтте. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ойошторған сарала Рәсәйҙең төрлө субъекттарынан билдәле медицина эксперттары ҡатнашты. Улар алдынғы эш алымдары менән уртаҡлашты, фекер алышты. Коморбид пациент тип кемдәрҙе атайҙар, дауалау процесы нисек ойошторола. Ошо хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Борай ҡыҙы Лилиә Хафизованың Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына ятыуына бер аҙна тирәһе генә. Әммә пациент әле үк үҙен яҡшы тоя. Сөнки медицина учреждениеһында коморбид дауалау алымы ҡулланыла. Йәғни табиптар дауалауҙы комплекслы алып бара, төп диагноз менән генә сикләнмәй. Бында дарыуҙарҙан тыш, йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән дә дауалайҙар, ти Лилиә Хафизова.

Коморбид-медицина термины, ябай тел менән әйткәндә ике йәки унан да күберәк сирле пациент. Табиптар бындай ауырыуҙарҙы дауалау алымын табиптар консилиумы йыйып хәл итә.

Коморбид пациенттарҙы дауалау буйынса төбәк-ара форумды Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы. Башҡортостандың төп медицина учреждениеһына төрлө төбәктәрҙән килгән ауыр сирлеләрҙе ҡабул итергә, аяҡҡа баҫтырырға тура килә.


Беҙҙең дауахана-республиканың төп медицина учреждениеһы. Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан ҡатмарлы сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр. Бер нисә сиргә дусар пациенттарҙы дауалау хаҡында һүҙ барғанда, төрлө йүнәлеш табиптарның берҙәм һәм комплекслы эшмәкәрлеге яҡшы һөҙөмтә бирә. Был тәңгәлдә беҙҙең уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ байтаҡ.

Морат Авзалов, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы баш табибы

Коморбид пациенттарҙың күбеһе 55 йәштән өлкәнерәк, йәғни бер нисә төрлө ауырыу тәү сиратта оло быуын вәкилдәрендә осрай. Уңышлы эш алымдарын ҡулланып дөрөҫ итеп дауалауға уларҙың ғүмер оҙонлоғо, тормош сифаты бәйле.

Төбәк-ара форум тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу майҙаны булып тора. Ә иң уңышлы тип табылған эш алымдары пациенттарҙы дауалау процесында ҡулланыласаҡ.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ