Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө уңайынан тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды


Бөгөн Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө уңайынан тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры залында үткән тантанаға республиканың төрлө район-ҡалаларынан үҙ эшенең оҫталары йыйылғайны. Бер нисә тиҫтә хеҙмәт алдынғыһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы, Башҡортостан республикаһының Почет грамоталары, «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» һәм «мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемдәре тапшырылды. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Айгөл Һағынбаева Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ