«Әй йола» триоһының «Һомай» тип исемләнгән композицияһы бер нисә көн дауамында ғына 100 миллион тапҡыр ҡарау йыйған. Бынан тыш, йыр «Бәйләнештә» социаль селтәрендә илдә иң популяр 50 йыр исемлегенә инеп, 42-се позицияға күтәрелгән. Башҡорт телендәге йырҙың ошондай чартҡа инеүе тәүгә теркәлгән. Композиция бөтә донъяла таралып, төрки халыҡтар, айырыуса ҡаҙаҡтар араһында популярлыҡ яулай, йыр менән социаль селтәрҙәрҙә илдең билдәле артистары ла бүлешә.
«Әй йола» триоһына билдәле музыкант, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнә нигеҙ һалыусы Ринат Рамаҙанов, диджей Руслан Шәйхетдинов һәм уның ҡыҙы Әҙилә Шәйхетдинова ингән. Хиттың һүҙҙәрен йырсы Динә Килдина яҙған. Төркөмдөң буласаҡ йырҙары ла «Урал батыр» эпосы геройҙарына, атап әйткәндә, Шүлгән, Аҡбуҙатҡа арналыр, тип көтөлә. Текстарға халыҡ ижады ынйыһынан өҙөктәр ингән.



