Бөгөн «Салауат Юлаев» клубы киң мәғлүмәт саралары өсөн асыҡ күнекмә үткәрҙе. Журналистар «Өфө-Арена» ла команданың плей-оффҡа әҙерлеген күҙәтте.
Беренсе булып күнекмәләргә Александр Самонов менән Семен Вязовой тотондо. Улар тренерҙар менән оҫталыҡтарын һәм техникаһын камиллаштырҙы. Әйткәндәй, әлегә тәүге уйындың ҡапҡа һаҡсыһы билдәләнмәгән. Хәл иткес матчтарҙа ике голкиперға ла иҫәп тотабыҙ, - тине баш тренер. 10 минуттан боҙға Континенталь хоккей лигаһының иң мәргән уйынсыһы Джошуа Ливо һәм башҡа уйынсылар сыҡты. Күнекмә тиҙ темпта барҙы, хоккейсылар төрлө маневрҙар һәм ырғытыуҙар яһаны, күпселектә һәм аҙсылыҡта уйнауҙы яҡшыртты. Виктор Козлов бер нисә тапҡыр хоккейсыларға таҡтала төрлө схемалар һәм комбинациялар аңлатты. Тренерҙар тәҡдиме буйынса яҡташтарыбыҙ яңы тактик алымдар өйрәнеп, уларҙы күнекмәлә ҡулланды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташтарыбыҙ плей-оффтың беренсе этабында «Себер» клубы менән көс һынаша. Тәүге ике уйын 27 һәм 29 мартта Өфөлә үтә. Артабан серия 31 мартта һәм 2 апрелдә Новосибирскиҙа дауам итә. Еңеүсе асыҡланмаған осраҡта командалар тағы ла 4, 6 һәм 8 апрелдә осрашыуы ихтимал.



