Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ташҡын мәлендә һыу ресурстарын көйләү буйынса ултырыш үтте.
Быйыл ташҡын аномаль шарттарҙа килде. Ғәҙәттә оло һыу буйынса күҙаллауҙар 25 мартҡа билдәле булһа, быйыл яҙғы ташҡын 17 марттан уҡ башланды. Көтөлмәгән хәл һәм артабан республикала һыуһаҡлағыстарҙың эшен көйләү буйынса саралар планы ҡаралды.



