Башҡорт дәүләт медицина университеты менән Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды
Яҡтар бергәләп белем биреү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән социаль әһәмиәтле проекттарҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырасаҡ. Хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлеше - юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү. Программа буйынса урта һөнәри, юғары һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһендә маҡсталы эш алып барыласаҡ. Юғары уҡыу йорто киләсәктә табип һөнәрен һайларға теләгән уҡыусыларҙы физика, химия, генетика, мәғлүмәт, консультация һәм методик ярҙам предметтары буйынса әҙерләйәсәк. Әйтергә кәрәк, бындай медицина кластары Башҡортостандың ҡала һәм райондарында асылған, вуз проекты күрше төбәктәргә лә сығарыла.
Силәбе өлкәһенең Сосновка районынан килгән бер төркөм мәктәп уҡыусыларына Башҡорт дәүләт медицина университеты буйлап экскурсия ойошторолдо. Улар университет кафедраларында, музейҙа, симуляция үҙәгендә булды, кампустағы лабораториялар эшмәкәрлеге менән танышты.



