Фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән 30 объект буйынса фекер алышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Бөрйәндәрҙең «Ҡайыш» халыҡ уйынына эксперт комиссияһы ағзалары үҙҙәре үк ҡушылды. Уны Әбделмәмбәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары төбәктә оҙаҡ йылдар һаҡланып килгән халыҡ ижады тип иҫәпләй. Ғөмүмән, 19-сы тапҡыр ойошторолған ултырышта ҡаралған 30 объекттың яртыһынан күбеһен уйындар тәшкил итте.
Билдәле йырсы Зилә Лира эксперт комиссияһы ағзаларына «Ашыҡ атыу» башҡорт халыҡ уйынын тәҡдим итте. Уны ул 1890 йылғы олатаһынан өйрәнгән. Бала саҡтан хәтерендә ҡалған уйындың тәртибенә төшөнөп, шәхсән эҙләнеүҙәре нигеҙендә «Ашыҡ уйыны»ның һигеҙ төрөн барлаған.
Ә мәсетлеләр иһә төрки донъя халыҡтары араһында киң таралған, тик Әй буйы башҡорттарында ғына һаҡланып ҡалған таҫтамал төрҙәрен тәҡдим итте. Төбәктә генә уның йөҙләп төрө иҫәпләнә. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым мәғәнәгә эйә.
Эксперт комиссияһы ултырышы сиктәрендә, йәнә бер тауар билдәһе таныштырылды. Был юлы Республика халыҡ ижады үҙәге «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы үҙ таныҡлығын алыуға өлгәште.
Төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән эштәр араһында шулай уҡ Башҡортостан марыйҙарының традицион костюмы, Федоровка районы мордваларына хас халыҡ йырҙары, Ауырғазы сыуаштарының йүкә үреү технологияһы менән танышты. Сара күп милләтле республиканың төбәк үҙенсәлеген төрлө биҙәктәрҙә сағылдырҙы.
Азат Ғәлиуллин




