Өфөлә аутизм спектры боҙолған балалар өсөн 9 ресурс класы эшләй


Уларҙың береһе 41-се дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыу йылы башында асылған. Махсус кластарҙа һәр бала тьютор менән шөғөлләнә. Үҙенсәлекле уҡытыу алымдары тураһында киләһе яҙмала.

Һигеҙ йәшлек Степан бөтә хәрефтәрҙе, һандарҙы белә, тьютор биргән һорауҙарға аныҡ яуап ҡайтара. Ярты йыл эсендә уның аң кимәле үҫешкән, мәктәп ашханаһына йөрөргә, тиҫтерҙәре менән аралашырға өйрәнгән. Былар бөтәһе лә ата- әсәһе һәм ресурс класс тьюторҙарының ныҡышмал хеҙмәт һөҙөмтәһе. Һәр дөрөҫ яуап билдә түгел, ә тәмлекәс менән баһалана. Уҡыу теҙмәһе һәм башҡа мәғлүмәт тик һүрәттәр ярҙамында бирелә.

Өфөнөң 41-се мәктәбендә былтыр сентябрҙә асылған ресурс класта алты уҡыусы белем ала. Улар менән алты остаз шөғөлләнә. Шулай уҡ дәрестәр ата-әсәләр ҡатнашлығында уҙа. Һәр балаға шәхсән ҡараш, сөнки аутизм һәр сабыйҙа үҙенсә сағылыш таба.


Беҙ балалар баҡсаһынан һуң мәктәпкә барырға ваҡыт еткәс, ресурс класс асырға ҡарар иттек. Сөнки ҡыҙымды коррекция мәктәбенә алмайҙар, дөйөм мәктәп программаһы ла тура килмәй.

Руслана Шехмаметьева, аутизм спектры боҙолған бала әсәһе

Айырым уҡыу менән бер рәттән, ҡайһы бер предметтарҙы бала ғәҙәти класта уҡый башлай. Сөнки бындай кластар ғәҙәти мәктәптәр нигеҙендә булдырыла. Уларҙы асыу өсөн оҡшаш яҙмышлы ата-әсәләргә берләшергә кәрәк.


Беҙ беренсе ресурс класты 2017 йылда астыҡ. Балаһының социалләшеүен теләгән ата-әсәләр үҙҙәре әүҙем булырға тейеш.

Юлия Кожевникова, «Рассвет» автоном коммерция булмаған ойошмаһының башҡарма директоры, аутизм спектры боҙолған бала әсәһе

Нервы системаһы ауырыуы тип классификацияланған аутизм тәү сиратта баланың аҡыл үҫешенең тотҡарланыуында һәм тирә-яҡ менән бәйләнешкә инергә теләмәүендә сағыла. Был хәл өс йәшкә тиклемге балаларҙа йышыраҡ формалаша. Махсус уҡытыу ысулдары, даими шөғөлләнеү ярҙамында уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Ресурс кластар быға дәлил.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ