Бөгөн Өфөлә 11-се Рәсәй эшҡыуарлығы тарихы буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үтте. Башҡортостан студенттары ҡатнашҡан олимпиада ике этаптан тора. Төбәк этабы еңеүселәре Мәскәүҙә федераль этапта һынау тотасаҡ.. Уларҙы баһалау комиссияһы составына иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ тарихтары буйынса махсуслашҡан белгестәр һәм «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ингән.



