Премьер-министр Андрей Назаров яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары менән таныштырҙы. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Хөкүмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың яҡындары өсөн былтыр 13 миллиард 400 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.




