Дәүләт Йылылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында республика Хөкүмәтенең 2024 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет ҡаралды. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәү, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Былтыр ошо маҡсатта 13 миллиард 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Дауалау курстарынан алып льгота менән газ үткәреүгә тиклем - төбәктә Радий Хәбиров башланғысы менән 43 ярҙам сараһы ҡабул ителгән. Шулай уҡ «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы булдырылған.




