Урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар көсө менән алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплана. Район хакимиәте тарафынан теген цехы ойоштороуға айырым бина ла бүленгән. Быға тиклем дронға ҡаршы юрғандар өй шарттарында тегелгән булған. Әлегә яугирҙарҙың һорауы буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә ҡырҡтан ашыу япма оҙатылған, сираттағы партияла алтмышҡа яҡын юрған әҙерләнгән. Шулай уҡ ирекмәндәр яраланған хәрбиҙәрҙе ташыу өсөн эвакуация носилкаларын тегә башларға иҫәп тота.
Ғафури районының хәрби бәрелештәр ветерандары ла алғы һыҙыҡтағы яҡташтарын ҡеүәтле техника менән тәьмин итә. Әлегә ҡырҡтан ашыу транспорт сараһы тейешле ремонт үтеп махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған. Вездеходтар менән урындағы халыҡ ярҙам итеүе лә билдәле. Яугирҙарға апрелдә йәнә гуманитар ылау ебәрелә.



