Һәр ир-егет Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Был турала махсус хәрби операция ветераны Роберт Ғилманшин белдерҙе.
Замандашыбыҙ махсус хәрби операция башланғанда Себер тарафтарында була. Вахтаһын тамамлап ҡайтҡас, ситтә ҡалмаҫҡа, ил һағына баҫырға тигән ҡарарға килә. Контракт төҙөп хәрби формированиеларҙың береһендә фронтҡа юллана. Алғы һыҙыҡта ул штурмлаусы отряд составында Белгород-Харьков юлын контролдә тота. Өлкән сержант контузия һәм күп төрлө йәрәхәттәр алғандан һуң тыуған яғында реабилитация үтеп, тыныс тормошта ла фронтҡа һәм яугирҙарға ярҙам итә. Әле ул ике йыл дауамында Дүртөйлөлә хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пункты инструкторы булып эшләй. Контракт төҙөргә теләүселәр менән аралаша, уларҙы хәрби әҙерлек ойошторолған биләмәгә тиклем оҙатып бара. Роберт Ғилманшин «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашырға ла ғариза ебәргән.



