Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан - талпан боррелиозы һәм вируслы энцефалит менән сирләү хәүефе юғары булған төбәктәр иҫәбендә. Бигерәк тә, был биләмәгә Ҡыйғы, Учалы, Бөрйән һәм Ҡариҙел райондары инә. Талпандың тәнгә ҡаҙалыуы ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе менән хәүефле. Кешенең зәғиф булып ҡалыуы, хатта һәләк булыуы ихтимал. Шуға ла ҡаҙалған бөжәкте мотлаҡ лабораторияла тикшертергә кәңәш ителә. Үҙәктәрҙең адресы һәм телефон һандары менән Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте сайтында.
Белгестәр халыҡты һаҡ булырға, бәләгә тарымаҫ өсөн тәбиғәткә, баҡсаға барғанда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. Иң мөһиме, ҡырға сыҡҡанда тотош тәнде ҡаплаған кейем кейеү зарур. Бынан тыш, хәүефле бөжәктәрҙе ҡурҡытырлыҡ еҫле майҙар һөртөргә мөмкин. Шулай уҡ, йорт хайуандарына ҡарата ла халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра.



