Иглин районы Үктәй ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу алдында


Маҡсат - медицина ярҙамы сифатын арттырыу һәм хеҙмәттәр исемлеген киңәйтеү. Иглин районы Үктәй ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу алдында. Әле бина ҡоролмалар менән йыһазландырыла, электр аппараттары тоташтырыла. Быға тиклем медицина пункты Мәҙәниәт йортондағы бүлмәләрҙең береһендә урынлашҡан булған. Яңы учреждениела эшләйәсәк фельдшер белдереүенсә, заманса пункт пациенттар өсөн медицина ярҙамы мөмкинлектәрен арттырасаҡ. Пункт 280 кешене, шул иҫәптән, 54 баланы хеҙмәтләндерәсәк.

Үктәй ауылындағы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты июнь башында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Йәмғеһе быйыл Иглин районында алты модулле медицина пункты төҙөлөр, тип көтөлә. Улар Һарт-лабау, Үренде, Балтика, Меңйетәр һәм Келәш ауылдарында урынлашасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ