Шаран районында Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән ветерандар бүләкләнде

Бөйөк Еңеүҙе фиҙәҡәр хеҙмәте менән яҡынайтыусылар хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Шаран районы Салмалы ауылында ете хеҙмәт ветеранына Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Дүрмән ауылында йәшәүсе биш бала әсәһе Нәзиә Ғиниәтуллина ла бар. Июндә ветеранға йөҙ йәш тула. Йөҙйәшәр дүрт тиҫтә йылға яҡын улы Зәбир һәм килене Зөлфиә менән бергә ғүмер итә.

Юбилей миҙалына Салмалы урта мәктәбенең тәүге директоры, Салмалы ауыл биләмәһенең Почетлы гражданы, ике китап авторы, педагогик хеҙмәт ветераны Әфиҙә Вәлиева, 96 йәшлек Нәкирә Нурғәлиева һәм 94 йәшлек Маһира Кашаповалар ҙа лайыҡ булды. Ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙарҙың тылдағы батырлығы үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө. Улар һуғыш осорондағы ауырлыҡтарға ҡарамай, фронтҡа ярҙам иткән. Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индереүсе геройҙар бөгөн лайыҡлы рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ