Был 2023 йылдағы менән сағыштырғанда 9,4 процентҡа күберәк. Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Ул парламент депутаттары алдында хөкүмәт эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Башҡортостан илдә иң күп китап уҡыусы төбәк тип танылды. Ауылдарҙа асылған модель китапханалар буйынса алдынғы урындабыҙ. Быйыл Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә, Салауатта балалар художество мәктәбендә капиталь ремонт планлаштырылған. Шулай уҡ Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция, Евразия күсмә цивилизациялар музейының төп корпусы төҙөлөшө башлана, тине Андрей Назаров.




