Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса 5 ҙур проект ғәмәлгә ашырыла

Был турала премьер-министр Андрей  Назаров  белдерҙе.  Ул хөкүмәт эшмәкәрлеге буйынса отчет менән сығыш яһаны.  Нефтекама, Бәләбәй, Благовещен, Учалы һәм Салауат уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Был ҡалаларҙың үҙәк майҙандары реконструкциялана. Һәр проект инфраструктураны яҡшыртыуға йүнәлтелгән, тине Андрей Назаров. Уҙған йылда Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 11 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. 123 биләмә төҙөкләндерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса 5 ҙур проект ғәмәлгә ашырыла
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ