Өфөнөң 5-се дауаханаһы поликлиникаһында өҫтәмә дарыухана пункты асылды

Республикала дарыуҙар тәьминәте системаһын камиллаштырыу буйынса эш дауам итә. Ошо көндәрҙә Өфөнөң 5-се дауаханаһы поликлиникаһында өҫтәмә дарыухана пункты асылды. Был Цюрупа урамындағы 6-сы дәүләт дарыуханаһындағы сираттарҙы кәметәсәк. Бынан тыш, льготалы пациенттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн медицина ярҙамсылары ла барлыҡҡа килде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Пенсионер Римма Ҡәйүмова ревматизм артриты менән яфалана. 5-6 йыл элек ул льготалы пациенттар исемлегенә индерелеп, препараттарҙы бушлай алыуға дәғүә итә. Быуын шешеүен дауалау өсөн дарыуҙар арзан түгел. «Үҙем теркәлгән поликлиникала уҡ дарыухана асылыуы бик уңайлы», - ти ул.

Дауахананың табип кабинеты алдында уҡ булыуы бигерәк тә өлкән йәштәге пациенттар өсөн уңайлы. Рецепт алып, башҡа бинаға йөрөйһө түгел. Өҫтәүенә үҙәкләштерелгән дәүләт аптекаһында һәр саҡ тигәндәй сират. 5-се дауаханала үҙ дарыуҙар пункты булдырылыуы ундағы көсөргәнеште кәметте.

Пациент, табип һәм дарыухана араһында бәйләнеште көйләү өсөн дауалау учреждениеларында махсус вазифа - медицина ярҙамсылары булдырылды. Был республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башланғысы менән асылған Дарыуҙар тәьминәте буйынса штаб эше һөҙөмтәһе. Маҡсат - льготалы пациенттарға, бигерәк тә паллиатив ауырыуҙарға, препараттар бүлеү тәртибен еңеләйтеү.

Бөгөн республикала 700 меңдән ашыу пациент льготалы дарыуҙарға дәғүә итә. Препараттарҙы төбәктең 170 дәүләт дарыуханаһында һатып алырға мөмкин. Уларҙың артыуы бушлай дарыуҙар бүлеү тәртибен еңеләйтә генә.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ