Өфөлә республикала лаборатор диагностиканы камиллаштырыу мөмкинлектәре ҡаралды

Бөгөн Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә республикала лаборатор диагностиканы камиллаштырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Унда инновациялар һәм лаборатория хеҙмәтенең киләсәге тураһында фекер алышыу өсөн 80 медицина ойошмаһы вәкилдәре йыйылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Үҫмерҙәр һаулығын хәстәрләүгә йүнәлтелгән Республика медицина-генетика үҙәге 2024 йылда эш башлай. Ошо ваҡыт эсендә ойошма аша йөҙҙәрсә йәш пациент үткән. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ мәктәптәргә лекциялар менән йөрөй, шәхси ҡабул итеүҙәр ҙә ойоштора. Бынан тыш, учреждениела нәҫел ауырыуҙарын тикшереү өсөн дә барлыҡ шарттар булдырылған.

Стратегик сессияның тап Республика медицина-генетика үҙәге базаһында үтеүе осраҡлы түгел. Учреждение лаборатор тикшереүҙәр өлкәһендә һуңғы арала етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Башҡортостан район-ҡалаларынан 80 медицина ойошмаһы вәкилдәре әлеге ваҡытта лаборатор диагностиканың роле тураһында фекер алышты. Уларҙы лаборатория тармағын модернизациялауҙы тиҙләтеү өсөн уртаҡ төҡдимдәр берләштерҙе.

Ҡатнашыусылар 11 командаға бүленеп, лаборатор медицинаны үҫтереүгә йүнәлтелгән үҙ проекттарын тәҡдим итте. Тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән һәр тәҡдим ентекле өйрәнелде. Медицина тикшеренеүҙәрен һанлаштырыу һәм дисциплина-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән проекттарға айырыуса иғтибар бүленде.

Стратегик ҡарарҙар һәм проекттар лаборатор диагностиканы артабан үҫтереүгә төплө нигеҙ булып тора. Яңы алымдар һаулыҡ һаҡлау тармағын системалы итеүгә йүнәлтеләсәк. Йәғни пациент һәм уның ихтыяждары иғтибар үҙәгендә ҡала.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ